Бөгөн Башҡортостан хөкүмәте йортонда III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына йомғаҡ яһа... — 3 июля 2026 г. в 15:29:49.123
Бөгөн Башҡортостан хөкүмәте йортонда III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына йомғаҡ яһалды һәм уны әҙерләүҙә, ойоштороуҙа, үткәреүҙә әүҙем ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында "Йәншишмә" гәзите лә бар ине. Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының бик мөһим сара булыуын билдәләп үтте. — Беҙ уның ни тиклем әһәмиәтле һәм күләмле икәнлеген тулыһынса аңлап та еткермәйбеҙ кеүек. Һөҙөмтәһен бер аҙ ваҡыттан һуң фольклориадала ҡатнашҡан балалар бер аҙ үҫкәс, шәхес булғас, юғары вазифалар биләгәс күрербеҙ, моғайын. Сөнки уларҙың күбеһе — шундай сағыу таланттар, уларҙың яҙмышы башҡаса булыуы мөмкин түгел. Беҙ оҙаҡ йылдарға республиканың 1000-дән ашыу тоғро дуҫын тапҡанбыҙҙыр тип ышанам, — тине беренсе вице-премьер. Балалар фольклориадаһы - Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылында үткән иң сағыу, мөһим сараларҙың береһе булып хәтерҙә һаҡланыр. Альберт Заһиров фотолары.

