25-26 июлдә Өфөнөң Ҡашҡаҙан мәҙәниәт һәм ял паркында "Рәхәттә" халыҡ-ара һаулыҡ һәм тур...
25-26 июлдә Өфөнөң Ҡашҡаҙан мәҙәниәт һәм ял паркында "Рәхәттә" халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестивале уҙа. Бишенсегә үткән сарала 50 мең кеше ҡатнашыуы көтөлә. Палаткаларҙа йәшәп, ҡаланан сыҡмай ғына ҡала шау-шыуын онотоп торорға мөмкин. Палаткаларҙа йәшәргә, мунса инергә, сабынырға, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға, спорт ярыштарында үҙеңде һынап ҡарарға мөмкин. Балалар өсөн дә ял итеү урындары, саралар буласаҡ. Улар байрамға ата-әсәләре менән индерелә. Фестиваль тураһында тулы мәғлүмәт, программа менән https://нарахате.рф/ сайтында танышығыҙ. Фото: ufimnivy.