Баймаҡ районы Юлыҡ ауылынан Ғәзиз Илгиз улы һәм Ирина Рафаэль ҡыҙы Шәйәхмәтовтар Рәсәй ...
Баймаҡ районы Юлыҡ ауылынан Ғәзиз Илгиз улы һәм Ирина Рафаэль ҡыҙы Шәйәхмәтовтар Рәсәй Президенты указы менән "Ата-әсәлек даны" орденына лайыҡ булған. Улар 32 йыл бергә йәшәй, 15 ҡыҙ һәм ул, шул иҫәптән ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 7 баланы, тәрбиәләп үҫтерә. Йыл ғаиләһе конкурсында еңеү, "Аталыҡ даны" ордены, "Әсәлек даны" миҙалы - быға тиклемге яулаған бүләктәре. Шәйәхмәтовтарҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ. Фото һәм мәғлүмәт: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.