Август айында уңыштар уңа, — 6 августа 2026 г. в 12:25:18.096
Август айында уңыштар уңа, Һәр кем был айҙы ярата шуға. Баҫыу өҫтәре гөр килеп тора, Комбайнсылар ашлыҡтар ура. Баҡса туп тулы йәшелсә-емеш, Алмағастарҙан аңҡый тәмле еҫ . Өй алдарында үҫкән гөлдәргә, Тәбиғәт биргән төрлө матур төҫ. Бер көн ямғырлы, бер көн ҡояшлы, Бигерәк серле йәйҙең был айы. Ниндәй булһа ла һауа торошо, Барлыҡ айҙарҙан август - иң байы! Йәмил ҠОТЛОГИЛДИН.

