БДИ-ла 100 балл йыйған һәм артабан уҡыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Донъя кимәлен...
БДИ-ла 100 балл йыйған һәм артабан уҡыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенә ингән университеттарҙы һайлаған абтуриенттар 150 мең һум аҡсалата бүләк аласаҡ. Уларға 20 авгусҡа тиклем тейешле документтарҙы БР Мәғариф министрлығына, 105-се бүлмәгә алып барып тапшырырға кәрәк. Әйткәндәй, быйыл республикала Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл алыусылар һаны 183-кә етте.