"Хәүефһеҙ иҫәп" тигәнгә ышанмағыҙ! — 18 августа 2026 г. в 07:42:28.541
"Хәүефһеҙ иҫәп" тигәнгә ышанмағыҙ! Бығаса күпме халыҡ мутлашыусыларҙың "аҡсағыҙҙы хәүефһеҙ иҫәпкә күсерегеҙ", тигәненә алданып, аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡты инде! Әле 18 йәшлек ҡыҙ ҙа алдаҡсылар ҡармағына эләккән. Уға " һиңә тауар килгән, алыр өсөн телефоныңа килгән кодты әйт", тигәндәр. Ҡыҙ ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, кодты әйткән. Шунан кемдер, беҙ Үҙәк банктан, аҡсаңды хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәрәк, тип алдаған. Был турала бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушҡандар. Ҡыҙ булған аҡсаһын мутлашыусыларға күсергән, артабан инде аферистар Өфө ҡыҙын 200 мең кредит алдырыуға, улай ғына түгел, ҡыҙҙың атаһының 6 миллионын да мутлашыусыларға күсертеүгә ирешкән.Тағы 1,5 миллион һумға криптовалютаһын... "Хәүефһеҙ иҫәп" тигәнгә ышанмағыҙ!

