Гәзитебеҙҙә хаттар бүлеге мөдире Зөһрә ХӘКИМОВА башланғысы менән өсөнсө йыл дауам иткән... — 3 сентября 2026 г. в 09:54:41.038
Гәзитебеҙҙә хаттар бүлеге мөдире Зөһрә ХӘКИМОВА башланғысы менән өсөнсө йыл дауам иткән «ӨСКӨЛ ХАТТАР» акцияһы бөтә республика балаларын берләштергән 5 меңгә яҡын йөрәк йылыһы һалынған хат һәм һүрәт яугирҙарыбыҙға барып етеп, уларға көс-дәрт өҫтәгәйне. Бөгөн дә дауам итә был изге эшебеҙ. Күптән түгел хеҙмәткәребеҙ Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙының башҡарған изге эшен баһалап, яуҙағы 428-се мотоуҡсылар полкының 41867-се хәрби часть командиры, полковник К. Ситников Рәхмәт хаты ебәргән. Уны Баймаҡтағы «Һаҡлаусы фәрештә» ирекмәндәр төркөмөнөң етәксеһе Гөлназ Хафизова тапшырҙы. Беҙ ҙә хеҙмәттәшебеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да илһөйәрлек, миһырбанлыҡ тәрбиәләү эшегеҙҙе дауам итеүегеҙҙе һәм һеҙгә юғары уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килеүен теләйбеҙ!

