Зөһрә Ҡотлогилдина ижадына арналған конкурсҡа — 2 сентября 2026 г. в 04:53:02.493
Зөһрә Ҡотлогилдина ижадына арналған конкурсҡа рәхим итегеҙ! Билдәле шағирә, яҙыусы, журналист Зөһрә Ҡотлогилдина ошо көндәрҙә 75 йәшен билдәләне. Ғүмерен “Йәншишмә” республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә арнаған хаҡлы ялдағы коллегабыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Күркәм юбилейы айҡанлы Зөһрә Сәлимйән ҡыҙының ижадына арналған конкурс иғлан ителә. Конкурс ике номинацияла барасаҡ: 1. Шиғыр һөйләүселәр ярышы. Шағирәнең бер шиғырын ятларға һәм һөйләп видеоға яҙҙырырға кәрәк. Артислыҡ һәләте, тексты белеү, дикция баһалана. Видеоның сифаты һәм тауышы ла мөһим! Шиғырҙың атамаһын, башҡарыусының исем-фамилияһын, ҡайҙанлығын, мәктәбен һәм синыфын яҙырға онотмағыҙ. Етәксеһен дә күрһәтә алаһығыҙ. Ҡатнашыусының телефон номеры булыуы мотлаҡ. 2. Һүрәттәр конкурсы. Зөһрә Ҡотлогилдина шиғырҙарына иллюстрациялар ҡабул ителә. Шиғырҙың атамаһы, башҡарыусының исем-фамилияһы, район-ҡалаһы, мәктәбе, синыфы һәм телефоны күрһәтелеү – мотлаҡ шарт. Етәксеһе булһа, исем-шәрифен яҙырға онотмағыҙ. Еңеүселәрҙең һаны ҡатнашыусылар күплегенә ҡарап билдәләнә. Маҡтау ҡағыҙҙары, Зөһрә Ҡотлогилдинаның автографлы китаптары әҙерләнә. Конкурс октябргә тиклем барасаҡ. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, башланыҡ! Эштәрҙе "Бәйләнештә" төркөмөнә йә электрон почтаға (yanshishma02@yandex.ru) ебәрергә мөмкин.

