Был исемгә лайыҡ ул!
Был исемгә лайыҡ ул! Гимназиябыҙҙа төрлө-төрлө саралар үткәрелә. Һәр бер уҙған осрашыуҙарҙың әһәмиәте бик ҙур икәнен дә аңлайбыҙ. Уларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Беҙҙең белем усағы менән журналист-ирекмән Зөһрә апай Хәкимова әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Йыш уның менән күрешеп торабыҙ. Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы «Йәншишмә» гәзитендә «Онотолмаҫ батыр исеме» рубрикаһын алып бара. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ҡыйыу яугирҙар, уларҙың батырлығы, ғаиләләре хаҡында яҙыла. Батырҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, улар кеүек ҡыйыу булырға, илебеҙҙе һаҡларға һәр ваҡыт әҙер булырға тейеш икәнебеҙҙе аңлайбыҙ. Был мәҡәләләр буйынса дәрес-әңгәмәләр уҙғарабыҙ, үҙебеҙҙә яуаплылыҡ тойғоларын нығытабыҙ. Ысынлап та, илебеҙ азатлығы өсөн ҡыйыу алышҡан яугирҙарҙы онотмаҫҡа тейешбеҙ. Мәҡәләләрҙе уҡығас, илебеҙ киләсәге өсөн ҡыйыу, көслө һәм рухлы булырға кәрәклегенә ныҡлап төшөндөк, уйландыҡ. Тулыһынса: https://vk.ru/wall-45440006_71056