Ҡылған эшең – кешегә, килгән сауабы – үҙеңә
Ҡылған эшең – кешегә, килгән сауабы – үҙеңә Гәзитебеҙҙең дуҫы, Баймаҡ районы Сәйғәфәр мәктәбенең уҡытыу–тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Нәзирә Борхан ҡыҙы Ғәлина үҙенең уҡытҡан IV синыф уҡыусыларына 2 дана гәзит-бүләк эшләне. Фаягөл Әбүбәкирова менән Илгизә Иҫәнғолова “Йәншишмә”ле булды. Ҡыҙҙар был бүләккә ныҡ ҡыуанды. Артабан гәзиткә мәҡәлә яҙып, һүрәт төшөрөп ебәрергә хыялдары булыуҙары хаҡында ла әйттеләр әле. Бик хуп, ҡыҙҙар, һеҙҙән хаттар көтәбеҙ. Нәзирә Борхан ҡыҙы, ҙур рәхмәт! Һеҙгә һаулыҡ теләйбеҙ, бергә булдыҡ бергә ҡалайыҡ.