Бөгөн "Торатау" конгресс-холында V "Ватан көсө" республика форумы уҙа. Унда 1 меңдән аш...
Бөгөн "Торатау" конгресс-холында V "Ватан көсө" республика форумы уҙа. Унда 1 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.Улар - меценаттар, ирекмәндәр, МХО геройҙары, әүҙем йәштәр, республикабыҙ яҙмышына битараф булмаған ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ. Белеүегеҙсә, "Атайсал" проекты 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән тормошҡа ашырыла башлағайны. Бөгөнгө сарала атайсалыбыҙ киләсәге - балалар ҙа ҡатнашты. Мәҫәлән, "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ойошторған "Атайсал йондоҙҙары" интерактив майҙансығына республиканың төрлө төбәктәренән тележурналистика менән ҡыҙыҡһынған балалар саҡырылғайны.