Үҙебеҙҙекеләр бит ул!
Үҙебеҙҙекеләр бит ул! Учалынан шатлыҡлы хәбәр килеп төштө. Беҙҙең журналистар бәйгелә ҡатнашҡайны. Атап әйткәндә, июнь айында Учалы яҙыусылар ойошмаһы үҙенең 35 йыллығына ҡарата хикәйәләр конкурсы иғлан итте. Йәй буйы бәйгегә 20 әҫәр килеп, уларҙың барыһы ла социаль селтәргә ҡуйылды, һәр кем уҡып баһалай алды. Ниһайәт, 8 сентябрь көнө һөҙөмтәләр билдәле булды. Баһалама ағзалары булып прозаик, Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы Сәлиә Ғатауллина (Учалы ҡалаһы), прозаик, Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева (Йылайыр районы) һәм прозаик, Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы Фәриха Вәлиуллина (Белорет ҡалаһы) эшләне. "Йәншишмә"нең яуаплы сәркәтибе Лилиә Фазлетдинова яҙған "Дүрт саҡрым" хикәйәһе иң юғары баһаға лайыҡ булды - Гран-при! Ә икенсе урын яулаған ижадсылар араһында "Ҡурҡыныс сир" әҫәре менән гәзитебеҙ ветераны Хәлиҙә Чембарисова ла бар. Ҡотлайбыҙ, коллегалар! Яңы үрҙәргә артылырға яҙһын! Бүләкләү тантанаһы Учалы ҡалаһында ойошманың юбилей сараһында октябрь айында үтәсәк. Хикәйәләрҙе ошонда уҡырға була: https://yanshishma.com/articles/otlayby-/2026-09-09/ebe-ekel-r-bit-ul-4807276