Сарсау
Сарсау Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА Көҙ көҙ инде - көҙсә. Ҡәҙимгесә - Япраҡ шауы, ҡыштың аңғырты. Көндөҙҙәрен ҡояш йылмайһа ла, Иртә - кисен таман һыуытыу. Көҙ көҙ инде. Баҙыҡлығын юя Сәскәһенән яҙған ҡыр - ялан. Буҙ сағына әкрен ҡайта булыр Йәйғор төҫөн ташлап, донъялар. Көҙ көҙ инде. Ҡоштар ҡанат кирә - Өсмөйөшлө хатын яҙмаға. Йәшен ҡайтты. Болот тамырлана Күктең йәше булып таммаға. Тәбиғәттә бары ҡәҙимгесә - Үҙ мәйеле, рәте барсаның. Һеркелдәтмәй, шомға һалмай торған, Их, мәлдәргә ҡалай сарсаным...