Ура, дуҫтар! Шәп мөмкинлек! Бәхетегеҙҙе һынап ҡарағығыҙ киләме? Бөгөндән, 6 октябрҙән, ...
Ура, дуҫтар! Шәп мөмкинлек! Бәхетегеҙҙе һынап ҡарағығыҙ киләме? Бөгөндән, 6 октябрҙән, гәзит-журналдарға ташламалы яҙылыу башланды. Ул 16 октябргә тиклем дауам итә. Тап ошо ун көн эсендә 2027 йылдың тәүге ярты йыллығына "Йәншишмә"гә яҙылып квитанцияһын ебәреүселәр араһында музыкаль колонка уйнатабыҙ! Блютуз, радио, флешка ҡуйыу функциялары ҡаралған. Еңеүсене 20 октябрь рандомлы һайлап алыу юлы менән билдәләйәсәкбеҙ. Ә һуңынан ошо уҡ квитанциялар тағы ике уйында ҡатнашасаҡ! Ғинуар айында редакция "Яҙыл да бүләк от!" лотереяһын үткәрә, төп приз - велосипед! Һуңынан иһә БСТ каналында тура эфирҙа "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто йәнә үҙенең бүләктәрен отторасаҡ. Бер түгел, өс мөмкинлек! Ә иң мөһиме - яратҡан гәзитегеҙ менән бергә булыу! Синыф менән яҙылғандарға ла ошондай уҡ колонканы отоу мөмкинлеге бар! Синыфта нисә бала, барыһы ла яҙылып, квитанцияларҙы ебәрегеҙ. Мәктәбегеҙгә лә килербеҙ! Шулай итеп, башланыҡмы? Бөгөн яҙылып квитанция ебәреүсе булырмы икән? Уға бүләккә - китап! Әйҙәгеҙ, дуҫтар, осһоҙораҡ булғанда яҙылып ҡалайыҡ! Ярты йылға - 692 һум 4 тин. Уйында электрон вариантҡа ла, ҡағыҙ баҫмаға яҙылғандар ҙа бер тигеҙ ҡатнаша. Үрҙәге QR-код йә ошо һылтанма аша хәҙер үк үтеп яҙылырға була: rbsmi.ru/catalog/po.... Башланыҡ! (Колонкалар фотолағыһынан айырылыуы ла мөмкин.)