Гәзит-журналдарға ташламалы яҙылыу 27 октябргә тиклем оҙайтылды. Ошо арауыҡ эсендә 2027...
Гәзит-журналдарға ташламалы яҙылыу 27 октябргә тиклем оҙайтылды. Ошо арауыҡ эсендә 2027 йылдың тәүге ярты йыллығына "Йәншишмә"гә яҙылып квитанцияһын ебәреүселәр араһында музыкаль колонка уйнатабыҙ! Еңеүсене 3 ноябрь рандомлы һайлап алыу юлы менән билдәләйәсәкбеҙ. Ә һуңынан ошо уҡ квитанциялар тағы ике уйында ҡатнашасаҡ! Ғинуар айында редакция "Яҙыл да бүләк от!" лотереяһын үткәрә, төп приз - велосипед! Һуңынан иһә БСТ каналында тура эфирҙа "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто йәнә үҙенең бүләктәрен отторасаҡ. Бер түгел, өс мөмкинлек! Ә иң мөһиме - яратҡан гәзитегеҙ менән бергә булыу! Синыф менән яҙылғандарға ла ошондай уҡ колонканы отоу мөмкинлеге бар! Синыфта нисә бала, барыһы ла яҙылып, квитанцияларҙы ебәрегеҙ. Мәктәбегеҙгә лә килербеҙ! Әйҙәгеҙ, дуҫтар, осһоҙораҡ булғанда яҙылып ҡалайыҡ! Ярты йылға - 692 һум 4 тин. Уйында электрон вариантҡа ла, ҡағыҙ баҫмаға яҙылғандар ҙа бер тигеҙ ҡатнаша. Үрҙәге QR-код йә ошо һылтанма аша хәҙер үк үтеп яҙылырға була: rbsmi.ru/catalog/po....