Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 37-се ултырышында Башҡортостан буйынса Бала хоҡу...
Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 37-се ултырышында Башҡортостан буйынса Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле тәғәйенләнде. Был вазифаны Ирина Рауил ҡыҙы Сухарева биләйәсәк. Ул Иглин районы Оло Теләк ауылында тыуған. БДУ-ның география факультетын, "Клиник психология" буйынса магистратура тамамлаған. Өфө ҡала советы депутаты, әүҙем йәмәғәтсе. Быға тиклем Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил булған Ольга Панчихина Григорий Аксаков ордены менән бүләкләнде.
117 просмотров