💥Мәсетле төп мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы МЫРҘАКАМАЛОВА Заһиҙә За... — 27 августа 2026 г. в 04:41:30.308
💥Мәсетле төп мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы МЫРҘАКАМАЛОВА Заһиҙә Заһиҙулла ҡыҙы юғары һөнәри оҫталығы, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, үҫеп килгән быуынды уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булды. ✅Тәжрибәле педагогҡа юғары дәүләт нарадаһын кисә райондың мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, яҡташыбыҙ Рөстәм Моратов тапшырҙы. 👏Заһиҙә Заһиҙулла ҡыҙын маҡтаулы исем алыуы менән ҡотлайбыҙ!

