🗳️ Өлкән быуын вәкилдәре тауыш бирә — 18 сентября 2026 г. в 05:20:19.317
🗳️ Өлкән быуын вәкилдәре тауыш бирә 2807-се һайлау участкаһына һайлаусылар килеүен дауам итә. Улар араһында — һайлауҙарҙа ҡатнашыу күптән бурыс ҡына түгел, ә тормош принцибы һәм гражданлыҡ позицияһы булған кешеләр. 👵 Мөхәмәтйәнова Рамилә Хажи ҡыҙы, 78 йәш, участкаға һәр ваҡыттағыса тыуған яҡ киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо менән килде. 👴 Байтуллин Раил Ғәлимулла улы, 85 йәш, ситтә ҡалманы һәм ошо уҡ участкала тауыш бирҙе. 🙏 Әүҙем тормош позицияғыҙ өсөн тәүәккәл баш эйеү! Һеҙ — йәштәр өсөн өлгө һәм районыбыҙҙың ысын терәге. Һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек һеҙгә!

