Зәйнәб Биишева автограф бирә — 12 июня 2026 г. в 10:04:34.515
Зәйнәб Биишева автограф бирә 17 ноябрь 1990 йыл Йырлайым Илап тыуһам да, мин йырлап үҫтем, Йырлап йәшәйем әле бөгөн дә. Сәстәремә ҡырау сәселһә лә, Ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә. Йырлап йәшәйем. Халҡым үҙе һөйөп: «Йырла! – тиеп бирҙе ҡәләмде. – Данла, - тине, - һине кеше иткән, Йырсы иткән азат илеңде». Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем, Йырлап йәшәйем һаман, бөгөн дә, Йырламайса күңелем түҙә алмай Йырҙарға тиң бөйөк илемдә. …Ауыр юлды бергә-бергә үттек, Еңеүгә лә килдек күмәкләп. Һәр аҙымда тойҙом йәнәшәмдән Дуҫтар атлағанын терәкләп. Илгәҙәклек минән күрмәнегеҙ, Ҡайсаҡ хатта ауыр һулаттым. Ә шулай ҙа, дуҫтар, ысын дуҫтар, Мин бит һеҙҙе бик-бик яраттым… Зәйнәб Биишева Юлай Кәримов фотоһы Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була

