«Уйнаш, тип йөҙөмдән алдың...» — 18 июня 2026 г. в 19:37:07.689
«Уйнаш, тип йөҙөмдән алдың...» "Ә һин ысынлап та уйнаш икәнһең, тип Сәлиәгә йоҙроҡ менән эләктерҙем дә, сығып киттем, туңҡайғансы эсеп, ошо эскәмйәлә таңды ҡаршыланым. Уның йомшаҡ тәненә ҡағылған ҡулдарым нишләп шунда уҡ ҡороманы икән? Шунан алып йыш ҡына эсеп ҡайтып, уны туҡманым, биҙерәттем. Һин һалҡынһың, һин буш ҡыуыҡһың, һин уйнашһың - ниндәй генә йәмһеҙ һүҙҙәр әйтмәнем. Барыһы ла үҙемдең көсһөҙлөгөмдән. Яратам тим ғүмеремдә әйтмәһәм дә, үҙем уны үлеп һөйәм. Ҡаршы ирешһен, ҡаршылашһын, аҡланһын ине, ләкин юҡ. Бер нимә өндәшмәй. Был мине тамам сығырымдан сығара, эсемдәге януарҙы аҙарындыра". Тулы варианты: https://ye102.ru/articles/mahsus/2025-04-13/uynash-tip-y-md-n-aldy-4196072

