🌿 Ҡан баҫымы юғары күтәрелеп йонсотһа... — 18 июня 2026 г. в 12:17:41.992
🌿 Ҡан баҫымы юғары күтәрелеп йонсотһа... Ошо кәңәштәрҙе хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. 💧 Көнөнә 1,5–2 литр һыу эсегеҙ, ҡан әйләнешен яҡшырта. 🥜 Магнийға бай ризыҡтар (сәтләүек, соя, йәшел үләндәр) ҡан баҫымын көйләүгә ярҙам итә. 🥛 Кальцийлы аҙыҡтар (эремсек, һөт ризыҡтары, күрәгә, инжир) файҙалы. ⚖️ Артыҡ кәүҙә ауырлығы ҡан баҫымын күтәрә, шуға күрә ауырлыҡты күҙәтегеҙ. 🚶♂️ Көн һайын 2 -3 саҡрым йәйәү йөрөү йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн бик файҙалы. 🧂 Тоҙҙо самалап ҡулланығыҙ. 🍒 Баш ауыртҡанда һәм ҡан әйләнеше насарайғанда балан һуты эсеү файҙалы. 🥗 Күберәк йәшелсә, емеш-еләк һәм һөт ризыҡтары ашағыҙ. 🧄 Көнөнә 2 -3 бүлкәт һарымһаҡ ашау яҡшы. 🌺 Энәлек (боярышник) емеше лә йөрәккә файҙалы. 🧅 Һуған һәм һарымһаҡ менән әҙерләнгән аҙыҡтарҙы йышыраҡ ҡулланығыҙ. 🍒 Көн һайын 3 -5 балан ҡабып ҡуйыу файҙалы. 🦶 37–40°С йылымыс һыуға аяҡтарҙы 20 минут тотоу ҡан баҫымын төшөрөргә ярҙам итә. 🌿 Укроп орлоғо төнәтмәһе лә ҡан баҫымын кәметергә булышлыҡ итә. ❤️ Һаулығығыҙҙы һаҡлар өсөн, дөрөҫ туҡланығыҙ һәм күберәк хәрәкәт итегеҙ😊!

