... – Яратмағас, ниңә йәбешеп сыҡтың һуң һин миңә? – тип шаҡ ҡатҡайны Тәлғәт.
... – Яратмағас, ниңә йәбешеп сыҡтың һуң һин миңә? – тип шаҡ ҡатҡайны Тәлғәт. – Иҫәр булғанға!.. Тәлғәт – тыныс тәбиғәтле, эшһөйәр ауыл егете, кәләшенең саф ҡыҙ түгеллеген белеп алды. Декабрҙә армиянан ҡайтып төшөп, дәртләнеп, бүреген ҡырын һалып, шинелен һалдат ҡайышы менән һыҡтыра тартып, тансыға сыҡҡайны. Шунда тулы ғына кәүҙәле, оҙон толомло Ғәлимә үҙе уны бейергә төшөрҙө. Һуңынан оҙонсәсте өйөнә ҡәҙәр оҙата барғас, ҡыҙ: «Бөгөн мунса яҡҡайныҡ, әле һыуып өлгөрмәгәндер», – тип егетте ҡара мунса эсенә әйҙәне. Ҡабалан-ҡарһалан йылы мунсаларында яратыштылар. «Хәҙер һин мине ташларһың инде», – тип илаған ҡыҙҙы тынысландырып, Тәлғәт: «Юҡ, нишләп ташлайым, ти. Ташламайым», – тине. «Вәғәҙәме?!» – тип һораны Ғәлимә. «Вәғәҙә», – тине егет. Башы әйләнгәйне уның. Тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙың һөйөүен татығанға үтә бәхетле ине. Шуға ла ихластан ҡыҙға ғашиҡ булып, яусылар ебәрҙе. Ҙурҙан ҡупмаһалар ҙа, күркәм генә итеп туй үткәрҙеләр. Ул көндәрҙә ҡыуанысы эсенә һыймаған егет атлап түгел, осоп йөрөнө. Тик туйҙың икенсе көнөнә үк Ғәлимә һыртын ҡабартып, артын ҡуйып ятты: «Тәмле нәмә күп булмай и вапщы ҡаңғыртма, йонсоттоң!» сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-11-11/nisek-t-y-sh-rg-k-r-k-3514801