... Ауылдың ситендә генә бәләкәй йорт бар. Бөгөнгө бейек, тимер ҡоймалы урам өйҙәре рәт... — 24 июля 2026 г. в 18:56:01.241
... Ауылдың ситендә генә бәләкәй йорт бар. Бөгөнгө бейек, тимер ҡоймалы урам өйҙәре рәтендә һис булмаған ул. Нигеҙе ҡоролғандан алып ситтә торһа ла, колхоз заманында бында ауыл халҡының күпмелер өлөшө үҙе “күсеп” килгәндәй ине: йәйен ырҙын табағы гөрләп торҙо, арыраҡ урынлашҡан фермаға, трактор паркына юл шуның ихатаһы аша һуҙылды. Ҡышын иһә үҙҙәрен клуб йәшенән үткән, тансы-мансыларҙан алыҫ торам тип иҫәпләгән мужиктарҙың мәҙәниәт йортона әйләнде. Тәмәке төтөнөнә ҡуша түбәгә анекдоттар эленде, уйын-көлкө, ҡатын-ҡыҙ тураһында гәптәр ҡалманы, өҫтәл өҫтөндә домино һуғылды, кәрт шапылданы. Ҡулдан-ҡулға күсеп, һырлы стакан йөрөнө… Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2022-05-21/keshe-y-nle-2810750

