Мәктәп баҡсаһы — 30 июля 2026 г. в 04:32:50.068
Мәктәп баҡсаһы Ал-гөл сәскәгә күмелгән Мәктәп баҡсаһы. Барып инһәң, эй күңелле, Килмәй ҡайтаһы. Гөрләп үҫә йәшелсәнең Бөтә төрө лә. Ҡауындарҙың мыйыҡтары Күккә үрелә. Ә тәжрибә түтәлдәре Торалар көлөп. Беҙҙе шатландыра улар Мул уңыш биреп. Йылы яҡ ҡунаҡтары ла Инде еректе – Тәү ҡат ауыҙ иттек быйыл Хатта өрөктө. Киләсәктә ғалим булып Үҫеп етербеҙ. Еребеҙҙе шау сәскәле Баҡса итербеҙ! Рәмзәнә Абуталипова Юлай Кәримов фотоһы

