Мин килгән заманда уларҙың алты балаһының өсөһө юҡ. Йән атып торған төпсөктәренең әле А... — 7 августа 2026 г. в 07:21:02.163
Мин килгән заманда уларҙың алты балаһының өсөһө юҡ. Йән атып торған төпсөктәренең әле Афған һуғышында йөрөп ятҡанын белмәүҙәре менән улар ниндәй бәхетле. Уның ҡайғыһынан еңгәм бер йылдан ауыр сиргә юлығасаҡ. Ябай ғына, шарылдаҡ ҡына күренгән ағайым, уны сабый бала кеүек ҡәҙерләп, ун йыл буйы ҡараясаҡ. Еңгәмде зыяратҡа алып китер ваҡыт еткәс, оҙатырға килеүселәрҙең барыһы ла тышҡа сыҡты. Шул саҡ нимәлер алырға ҡабат индем. Ағайым, тубыҡланып еңгәмдең йөҙөн асҡан да, уның һаман йәш, һылыу йөҙөнә шул тиклем яратып текләгән. Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2021-08-11/alma-2462149

