🎶 Стәрлетамаҡта — «МИН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘМ» фестивале! — 24 августа 2026 г. в 12:14:02.477
🎶 Стәрлетамаҡта — «МИН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘМ» фестивале! 5 сентябрҙә Стәрлетамаҡта башҡорт теле, заманса музыка һәм йәнле аралашыу бер майҙанға йыйыла! Салауат Юлаев исемендәге скверҙа «МИН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘМ» башҡорт теле фестивале үтә. Сара Стәрлетамаҡтың 260 йыллығына арналған «Купец» фестивале программаһына инә. 🎤 Фестивалдең төп өлөшө — асыҡ һауалағы ҙур концерт. Сәхнәлә: 🔥 БҮРЕЛӘР 🎶 BABY Ti 🎤 Тимур Ямалов сығыш яһаясаҡ. Сараны Динара Ғәлләмова һәм Салауат Заманов алып барасаҡ. Фестивалдең төп маҡсаты — башҡорт теленең заманса ҡала мөхитендә лә иркен һәм тәбиғи яңғырай алыуын күрһәтеү. Музыка, аралашыу һәм заманса мәҙәни форматтар аша ойоштороусылар йәштәрҙең башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныуын арттырырға ниәтләй. 📅 5 сентябрь ⏰ 18:00 📍 Салауат Юлаев исемендәге сквер, Комсомол урамы, 80 🎟️ Инеү бушлай! Дуҫтарыңды йый ҙа, Стәрлетамаҡтың юбилей байрамында башҡортса һөйләшеп, йыр тыңлап, бергә күңел асырға кил! 💚#МинБашҡортсаҺөйләшәм #Стәрлетамаҡ #БашҡортТеле #Башҡортса #Купец2026 #Бүреләр #BABYTi #ТимурЯмалов

