“Бала рәнйеше алғанһығыҙ. Һинең ҡаның түгел, әммә күҙ йәше әсе булған. Унан ғәфү һорама... — 28 августа 2026 г. в 18:44:00.615
“Бала рәнйеше алғанһығыҙ. Һинең ҡаның түгел, әммә күҙ йәше әсе булған. Унан ғәфү һорамай тороп, әсәлек бәхетен күрә алмаясаҡһың...” Гөлъямал икенсе тәүлек йоҡлай алмайынса ошо һүҙҙәрҙе уйлап, өнһөҙ генә һыҡтай. Ире Ғилман уның һәр саҡ һытыҡ йөҙ менән йөрөүенә өйрәнеп киткән инде, артыҡ иғтибар бирмәй. “Ваҡытынан алда олоғайған бала. Башында аҡ яулыҡ...” Был билдәне әйтмәһә лә, Гөлъямал кем тураһында һүҙ барғанын яҡшы аңланы. Элек тә күңел түрендә выждан ғазабы ҡуҙғып ҡуя ине, ә хәҙер бөтөнләй тыныслығын юғалтты. Йәшәүҙең мәғәнәһен, матур донъяһының йәмен юғалтты. Хәйер, ул күптән инде әсе һағыш һәм өмөт тойғолары ҡосағында ғүмер итә. Тик уйларға ла ҡурҡҡан ысынбарлыҡты ят кеше ҡысҡырып әйткәс, ҡатын упҡын ситенә килеп етеүен аңланы. Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2021-03-29/f-it-be-e-r-yl-2382204

