Салауат Әбүзәр — 28 августа 2026 г. в 10:09:27.826
Вложенный файл
Откройте файл в новой вкладке
Салауат Әбүзәр Юл Юлға сыҡтым. Юл сатында яҙыу, Икеләнеп ҡалдым Шуға ла: "Уңға китһәң — Башһыҙ ҡаласаҡһың, Һулға китһәң — Атың юғала!" Башҡорт атһыҙ Йәшәй аламы ни?! Йүгәнемде Уңға ҡайырҙым. Ни күрмәгән әле Ир - ат башы, Ни булһа ла булыр, Айғырым. Алда — ҡара урман. Шомло һуҡмаҡ... Юҡ, Юлымды кире бормамын. Бер - бер артлы Ауырлыҡтар артты, Ә мин, үс иткәндәй, Йырланым. Ғәйбәт булып Ҡара йылан саҡты, Дейеү булып Ҡаҡты түрәһе. Ярты юлым, бәлки, Үтелгәндер — Алда тағы Ниҙәр күрәһе?! Ни күрһәм дә, Хоҙай, Айырма тик Йыр - моң тигән Бөйөк яҡтынан. Минең ҡайғым Үҙ башыма түгел, Иҫән генә булһын Атҡынам. Юлай Кәримов фотоһы

