... – Уй Аллам, ҡалай йоҡлаған да киткәнемсе, – тип ғәйепле төҫ менән ҡапыл ырғып тороп... — 8 сентября 2026 г. в 10:55:01.134
... – Уй Аллам, ҡалай йоҡлаған да киткәнемсе, – тип ғәйепле төҫ менән ҡапыл ырғып тороп ултырҙы, уранып ятҡан дебет шәлен бер яҡҡа атып бәрҙе. Өйөндә йоҡлап ята тип, ҡайһылай онотолоп киткәнсе. Һуң, ул ике көнгә ҡунаҡҡа тип кенә ҡайтып, ҡапыл әсәһенең ауырып киткәнлеген дә, «Тиҙ ярҙам» машинаһы саҡыртып, уны дауаханаға алып килеп һалғанлығын да иҫенән сығарған, имеш… Инде тиҫтәләгән йыл эсендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ауырыуҙың улай ҙа, былай ҙа борғоланып аунауынан пружиналары бушап бөткән, төбө иҙәнгә етә яҙып эйелеп киткән иҫке карауат шағыр-шоғор итеп ҡалды. Гүзәлгә ул: «Сабыр-сабыр», – тиеп ишетелде. Йәш ҡатын дөбөр-шатыр карауатынан ырғып тороуы булды, ҡаршылағы карауатта ятҡан әсәһе күҙен асты. Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2020-08-26/kenes-757179

