ҠУРСАҒЫМ — 16 сентября 2026 г. в 14:30:03.583
ҠУРСАҒЫМ Ҡурсағымды яратам, Көн дә уны уйнатам. Кистән йырлап йоҡлатам. Иртән наҙлап уятам. Ҡурсағымды йыуындырам, Таҙалыҡты һөйгәнгә. Бигерәк тә ныҡ шатланды Күлдәк тегеп биргәнгә. Земфира Акбутина Юлай Кәримов фотоһы
1 047 просмотров

