«Ҡабаҡ менән иң ҡыҙыҡ фото» конкурсына — 16 сентября 2026 г. в 10:45:25.527
«Ҡабаҡ менән иң ҡыҙыҡ фото» конкурсына «Гигант уңыш»ты ла күрһәтеп ҡарайыҡ әле Быйыл беренсе тапҡыр ашҡабаҡ сәсергә булдыҡ. Сәстек тә… оноттоҡ. Үҙе үҫте лә үҫте, беҙ ҙә артыҡ иғтибар итмәнек. Көҙ еткәс, сығып ҡараһаҡ — ашҡабаҡтар тауҙай булып ҡабарып, һап-һары булып ҡояшта быҙрашып яталар бит әй! Үәт, уңыш тиһәң дә уңыштың гиганты! «Үлсәп ҡарайыҡ әле», — тиһәк, метрлы лентаның буйы етмәне. Ҡосаҡлап ҡарайым тиһәм — ҡосағым етмәне. Күтәреп ҡарайыҡ тиһәк — икебеҙҙең дә көс етмәне. Эй тырыштыҡ, эй тырыштыҡ… Тирләп-бешеп уянып киттем! Төш кенә булған икән дә, эх! 😂Ярай әле, фотоға төшөрөп өлгөргәнмен. Хет иҫтәлек булып ҡалды! Шулай ҙа «Йәшлек» гәзитенең ҡабаҡ конкурсында ҡатнашырға булдым. Еңеүгә әллә ни өмөт юҡ, һиҙеп торам — беҙҙекенән дә ҙурыраҡ ҡабаҡтар табылыр. 😄 Әммә конкурста ҡатнашҡан кешеләр ҙә кәрәк бит! Еңеү — берәүгә, ә күңел күтәреү, аралашыу һәм ҡыҙыҡлы фотолар менән бүлешеү — барыбыҙға ла! Шуға үҙебеҙҙең «гигант уңыш»ты ла күрһәтеп ҡарайыҡ әле. Ҡатнашмайынса, еңеү тураһында ҡайҙан беләһең? Ә бәлки… хыялда булһа ла, өс тоҡ бойҙай беҙҙеке булып ҡуйыр😂! Флүрә Кашбуллина.

