Ғәбиҙулла ЗАРИПОВ
Ғәбиҙулла ЗАРИПОВ Ҡасҡы! Ҡасҡы! Әллә кемдең Ауыҙынан ысҡынды. Һауыттарҙы ташлап ҡастыҡ, Күрмәһәк тә ҡасҡынды. Мин йүгерҙем тапай-тапай Йылдарымды, еләкте. Ҡурҡыттылар. Беҙ белмәнек Иләп алыр иләкте. Иләген дә бирҙеләрме? Илдең алдыҡ һәр эше. Азатлыҡты аңлаттылар: Бай-ярлының көрәше. Еләк түгел, йылдар тулы Һауыт ҡулдан ысҡынды. Үлермендер белә алмай Кем булғанын ҡасҡындың. Бер төн төшөм алып килде Ҡасҡынлы сыуаҡ саҡты. Күрҙем беҙҙең янға сыҡҡан Буранбай, Салауатты. 1997. Юлай Кәримов фотоһы