Өҫтәмә ваҡытта еңделәр!
Өҫтәмә ваҡытта еңделәр! Әле генә Новосибирскиҙа урындағы "Себер" командаһы менән беҙҙең "Салауат Юлаев" араһындағы уйын тамамланды. Юлаевсылар еңелеп барған ерҙән иҫәпте тигеҙләп, өсөнсө осорҙа алға сыҡҡайны. Тик хужалар иҫәпте тигеҙләп, уйын өҫтәмә ваҡытта дауам итте. Унда иһә һөжүмсебеҙ Данил Алалыкин мәргәнлеген иҫбатлап, өфөләр 5:4 иҫәбенә еңде. Шайбаларҙың авторҙары -Дин Стюарт , Денис Орлович-Грудков, Девин Броссо, Шелдон Ремпал. Афарин!