⚡ Башҡортостанда «Герой әсә»ләргә 1 миллион һум түләнәсәк
⚡ Башҡортостанда «Герой әсә»ләргә 1 миллион һум түләнәсәк 2027 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда «Герой әсә» исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тәғәйенләнә. Бының өсөн ғариза яҙырға йәки өҫтәмә документтар тапшырырға кәрәкмәй — аҡса автоматик рәүештә күсереләсәк. Был хаҡта республиканың Хеҙмәт министрлығына һылтанып «Объясняем. Башкортостан» каналы хәбәр итә. ✔️«Герой әсә» исеме — ата-әсә хеҙмәте өсөн бирелгән иң юғары наградаларҙың береһе. Ул татыу, социаль яуаплы ғаиләлә 10 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләп үҫтергән әсәләргә бирелә. ✔️Миллион һумлыҡ түләүҙән тыш, «Герой әсә»ләр сираттан тыш бушлай медицина ярҙамы алыу, шулай уҡ йылына бер тапҡыр шифаханаға бушлай юллама менән тәьмин ителеү хоҡуғына эйә буласаҡ. ✔️Министрлыҡ мәғлүмәтенә ярашлы, бөгөн Башҡортостанда 13 ҡатын-ҡыҙ «Герой әсә» исеменә лайыҡ булған. Был награда 2022 йылдан тапшырыла. ✔️Тәүге булып мәртәбәле исемгә Балтас районы Иҫке Балтас ауылынан 13 бала әсәһе Альбина Хәйҙәршина лайыҡ булған.