🌷 Даһилыҡ 🌷
🌷 Даһилыҡ 🌷 Аптырайым ҡайсаҡ: кешеләрҙең Күңелдәре нишләп тар икән? 🍂 Сиге бармы икән яһиллыҡтың, Нахаҡтарҙан яҡлау бар микән? Бер Хоҙайға һөйләп рәнйешемде, Аҙ булманы йәштәр түккәнем, Бар ғәйепте тик үҙемдән эҙләп, Яҙмышымды булды һүккәнем. Ниндәйҙер бер әшәкегә яңылыш Бысранғандай хилаф эш менән, Таҙарына инем илай-илай, Күңелемде йыуып йәш менән. 💧 Тик булманы минең бер ҡасан да Яуызлыҡҡа яуап биргәнем, Артыҡ бошмай хәҙер тыңлай алам Ошо сәүектәрҙең өргәнен. Нахаҡ ғәйеп миңә йоҡмай – беләм! Тынырҙармы-юҡмы – белмәйем, Әммә ләкин үс алаһым килмәй – Бахырҙарҙы бары йәлләйем! Нахаҡтарҙан яҡлау эҙләмәйем, Ағыу йотоу бит ул яһиллыҡ, Мин уларҙан күпкә юғарыраҡ – Юғарылыҡ – үҙе даһилыҡ! ✨ ✍️ Фирүзә Абдуллина .