УЙМАҠ
УЙМАҠ Ирһеҙ бисә — бауһыҙ уймаҡ. Йәшәгәндәй еңел уйлап. Бошонғанын һис күрһәтмәҫ — Йөрөгәндәй гелән уйнап. 🥀 Ирһеҙ бисә — бауһыҙ уймаҡ. Килә яңғыҙ тормош буйлап. Парлап үтер юлдарына Яҙмыш күптән ҡорған тоҙаҡ. Ирһеҙ бисә — кемгә көндәш, Кемдер өсөн утлы йомғаҡ. Асҡысы юҡ йоҙаҡ һымаҡ — Кемгәлер ул мәңге йомаҡ. 💔 🌷 Ирһеҙ бисә — бауһыҙ уймаҡ- Үтә һымаҡ көнө уйнап. Ә төндәре йоҡо алмай, Таң аттыра мендәр һыулап. Ятҡан һымаҡ кистән уйһыҙ, Иртән торһа йәнә бауһыҙ... Тәгәрәтә уны тормош, Ҡаға-һуға, һис аяуһыҙ. 🥀 ✍️ Гөлзифа Исрафилова.