Азалиә ЗАРИПОВА
Азалиә ЗАРИПОВА Әлшәй районының Красный Клин ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ менән танышайыҡ. Азалиә район үҙәге Раевкала Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында белем ала. Яҡшы өлгәшә, ә иң ҙур ҡыҙыҡһыныуы – спорт. – Беҙҙең ғаилә ишле: өс ағайым, бер апайым бар. Барыбыҙ ҙа спорт менән дуҫбыҙ, – ти ҡыҙ. – Үҙем волейбол, баскетбол, йүгереүҙе үҙ итәм. Азалиә саңғыла елдерергә лә ярата. Ярыштарҙа гел призлы урындар ала. Туризм буйынса өсөнсө өлкәндәр разряды эйәһе ул. Физкультура буйынса республика олипиадаһында ике тапҡыр призёр ҙа булған. Спортсы ҡыҙҙың исемен киләсәктә лә ишетербеҙ әле! https://ye102.ru/articles/guzel/2026-10-14/azali-zaripova-4842712