Йылмайыу
Йылмайыу Кәйефтәрҙе күтәрергә, Йылмай әле йышыраҡ. Таңдар йылмайып башланһа, Эштәр барыр яҡшыраҡ. Донъя матур. Йылмайҙыңмы Көстәр ҡуныр беләккә. Һис тартынмай өләшә бел Яҡшы кәйеф бүләккә. Йылмайыуың дәрт өҫтәһен Өмөттәрен юйғанға. Баш осонда ҡояш булһын, Йәшәүҙәрҙән туйғанға. Иреһен туңған йөрәктәр, Йән-яҡ йәмгә күмелһен. Ихлас итеп йылмайыуҙан Сихри бер моң түгелһен. Сәриә Ҡаһарманова Юлай Кәримов фотоһы