Уңышлы башланылар
Уңышлы башланылар Әле генә Хабаровскиҙа беҙҙең "Салауат Юлаев" командаһы урындағы "Амур" менән ситтәге турненың тәүге уйынын тамамланы. Ул хужаларға 3:0 иҫәбенә еңелеп бара ине. Ошоға ҡарамаҫтан, юлаевсылар тәнәфестән һуң үҙҙәрен ҡулға алып, ҡыҫҡа ваҡытта иҫәпте тигеҙләне һәм төп ваҡытта 4:3 иҫәбенә еңде. Шайбаларҙы Шелдон Ремпал, Александр Жаровский,Денис Орлович-Грудков, Мэттью Маджио индерҙе. Бер нисә тәжрибәле уйынсыбыҙ йәрәхәтләнеп саҡтан сыҡҡандан һуң, командабыҙҙың был еңеүе бик һөйөндөрҙө. Афарин!