Баш ҡалабыҙҙағы Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы үҙенең 20 йыллыҡ күрк...
Баш ҡалабыҙҙағы Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы үҙенең 20 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләй Милли традицияларҙы һаҡлап, заманса белем һәм тәрбиә биргән гимназия бөгөн баш ҡаланың алдынғы белем усаҡтарының береһе булып тора. Уның тарихы 2006 йылдың 21 авгусында башлана. Ошо ике тиҫтә йыл эсендә белем усағын 2 меңдән ашыу уҡыусы тамамлаған, уларҙың 200-ҙән ашыуы алтын һәм көмөш миҙалдарға лайыҡ булған. Бөгөн бында 1400 бала белем ала. Күркәм юбилейға арналған тантаналы сара Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтә. Байрам уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы һәм төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусыларын берләштерә.