Яҙыусы, шағир, журналист Аҫылғужа Баһуманов
Яҙыусы, шағир, журналист Аҫылғужа Баһуманов 1945 йылдың 20 октябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында тыуған Бер һыҙылды шырпы... Янып бөттө, Бары ҡалды бына күмере — Ә ниндәй ҙур усаҡ тоҡандырҙы Уның ҡыҫҡа ғына ғүмере! Шул шырпылай ғына баһаланһа Ошо ергә сәскән-түккәнем, Тимәк, тормошта мин йәшәй белдем, Ғүмеремде әрәм үтмәнем. Юлай Кәримов фотоһы