8 июнь - " Урал батыр" көнө. Беҙҙең Ишҡар урта мәктәбенең мәктәп яны лагерында ла был к... — 8 июня 2026 г. в 15:31:32.621
8 июнь - " Урал батыр" көнө. Беҙҙең Ишҡар урта мәктәбенең мәктәп яны лагерында ла был көн билдәләп үтелде. Балалар ауыл китапханасыһы Гүзәл Мөжипова һәм мәҙәниәт йорто директоры Лена Ғәлиева ойошторған сарала ҙур ихласлыҡ менән ҡатнашты. Сараны ойоштороусылар “Урал батыр” эпосының донъя кимәлендәге әһәмиәте тураһында һөйләне. Ысынлап та,тикшеренеүселәр фекеренсә, эпосыбыҙ – тәрән фәлсәфәүи трактат. Был раҫлау менән килешмәү мөмкин түгел. Әҫәрҙең юлдары мәңгелек ҡиммәттәр, кешенең донъялағы урыны, йәшәү һәм үлем, изгелек һәм яуызлыҡ тураһындағы тәрән фекерҙәр менән таң ҡалдыра. “Урал батыр”ға, әйтерһең, йыһан тәрәнлеге йәшерелгән: уҡыған һайын асыш һәм табыш бүләк итә ул. Әҫәр йөкмәткеһен аңлағас, уҡыусылар " Урал батыр" мульфильмын да йотлоғоп ҡаранылар. Йәш быуында халҡыбыҙҙың милли рухи ҡомартҡыһына һөйөү бына шулай уяна.

