12-13 ғинуарҙа баш ҡалабыҙ Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимна... — 14 января 2026 г. в 07:36:40.780
12-13 ғинуарҙа баш ҡалабыҙ Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Бәйгелә ҡала һәм райондарҙан, шулай уҡ күрше төбәктәрҙән барлығы 372 уҡыусы көс һынашты. Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың мәҙәниәте буйынса һорауҙарға яуап бирҙе, әңгәмә ҡорҙо, текст өҫтөндә эш башҡарҙы. Был олимпиадала беҙҙең мәктәптән 11 - се класс уҡыусыһы Саяпова Самира ҡатнашып уңышлы сығыш яһаны. Самираға киләсәктә уңыштар теләйбеҙ!

