Халыҡ-ара тыуған көн сиктәрендә 14 февраль Стәрлетамаҡ ҡалаһында республика кимәлендә ,... — 15 февраля 2026 г. в 20:23:11.599
Халыҡ-ара тыуған көн сиктәрендә 14 февраль Стәрлетамаҡ ҡалаһында республика кимәлендә ,,Кейекбаев уҡыуҙары,, фәнни -ғәмәли конференцияһы үткәрелде.Бөтәһе 15 секция эшләне. Конференцияға республикабыҙҙың район-ҡалаларынан тыш, йыраҡ Хакасия һәм Ҡаҙағстан республикаларынан ҡатнашыусылар килде. “Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла…” номинацияһы уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен баһалауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән. Был йүнәлештә талантлы һәм өмөтлө ҡыҙҙар-егеттәрҙең күп булыуы ҡыуандырҙы. 11 класс уҡыусыһы Зәһиҙуллина Айгөл 1-се урын яулаһа, 3-сө урынға 3 класс уҡыусыһы Йөҙлөкбаева Айгөл лайыҡ булды . 11 класс уҡыусыһы Саяпова Самира "Сәсән теле" номинацияһында еңеүсе булды. Шулай уҡ 11 класс уҡыусылары Сәлимйәнова Алһыу, Кинйәбаева Дилара, Исламғолова Ильнара ҡатнашҡан өсөн сертификаттар менән бүләкләнделәр. Уҡыусыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ,уҡыуҙарында уңыштар теләйбеҙ!

