1 сентябрь Үрге Мәмбәтшә башланғыс мәктәбендә бик күтәренке кәйефтә үтте. Байрам Рәсәй ... — 1 сентября 2026 г. в 15:54:39.441
1 сентябрь Үрге Мәмбәтшә башланғыс мәктәбендә бик күтәренке кәйефтә үтте. Байрам Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын күтәреү менән башланды. Артабан уҡыусылар, саҡырылған ҡунаҡтар, ата‑әсәләр тантаналы линейкала ҡатнашты. 1 класс уҡыусыларын ҡотлап, район советы депутаты З. Р. Мәхиәнов, ауыл советы биләмәһе башлығы Н. Ф. Мортазин һәм махсус хәрби операцияла һәләк булыусы батыр һалдатыбыҙ Ҡәҙербәков Марсель Сәлих улының әсәһе Рәсимә апай иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Класс сәғәтендә уҡыусылар президентыбыҙ Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡотлауын тыңланылар, 2026 йыл Рәсәйҙә Милләттәр татыулығы йылына арналған әңгәмәлә ихлас ҡатнаштылар: уҡытыусылары Резидә Сәлимйән ҡыҙы балаларға төрлө милләттәрҙең ҡәҙерле ҡиммәттәрен, уртаҡ тарихыбыҙҙы һәм берҙәмлектең нисек мөһим икәнлеген аңлатып бирҙе. Балалар үҙ милләттәренең йолалары, байрамдары һәм телдәре тураһында ҡыҙыҡлы фекерҙәрен әйтте. Уҡыусылар яңы уҡыу йылына матур маҡсаттар ҡуйып, күтәренке кәйеф менән өйҙәренә таралыштылар.

