Бөгөн мәктәптәрҙә Белем байрамы-1 сентябрь тантанаһы үтте. Беҙҙең мәктәптә лә тантаналы... — 1 сентября 2026 г. в 14:04:31.963
Бөгөн мәктәптәрҙә Белем байрамы-1 сентябрь тантанаһы үтте. Беҙҙең мәктәптә лә тантаналы сара бик матур үтте. Махсус хәрби операцияла улдары ҡатнашҡан ата-әсәләр, район депутаты З. Р. Мәхийәнов, ауыл хакимиәте башлығы Н. Ф. Мортазин, ветеран-уҡытыусылар, ата -әсәләр ҡатнашты. Байрам ҡотлауҙары менән 10-11-сы класс уҡыусылары сығыш яһаны. Артабан һүҙ беҙҙең 1-се класс уҡыусыларына бирелде. Улар оҫта итеп бейене, шиғырҙар һөйләп ҡыуандырҙы. Килгән ҡунаҡтар балаларҙы байрам менән ҡотланы, бүләктәр тапшырҙы.Артабан ҡунаҡтар класс сәғәттәренә таралды. Республика башлығы Р. Ф. Хәбировтың ҡотлау сығышын тыңланы. Байрам бик матур үтте. Килгән ҡунаҡтар мәктәптең яңы уҡыу йылына әҙерлек торошон ҡаранылар. Хәйерле уҡыу йылы булһын! Эштәр уң булһын!

