Ҡотло булһын сентябрь, — 3 сентября 2026 г. в 06:06:37.154
Ҡотло булһын сентябрь, Уҡыу йылының башы. Дәрестәргә саҡырып сыңла, Ҡыңғырау тауышы! Яңыбай урта мәктәбендә Белем байрамы юғары, күтәренке кәйефтә үтте. Ата-әсәләр, саҡырылған ҡунаҡтар тантаналы линейканан һуң асыҡ дәрестәр ҡараны. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙҙең әсәйҙәре, яҡындарының ҡотлауҙары байрамыбыҙҙы йәмләне. 76 уҡыусыны мәктәбебеҙ үҙ ҡосағына алды. Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

