Республикабыҙҙа быйылдан башлап Радий Хабиров Указына ярашлы йылда 8 июнь «Урал батыр»...
Республикабыҙҙа быйылдан башлап Радий Хабиров Указына ярашлы йылда 8 июнь «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә. Был байрамға бәләкәй генә видео яҙҙырҙым – ошо бөйөк ҡомартҡыбыҙҙан өҙөк. Был өҙөк минең өсөн айырыуса, яҡын тойолдо. Һәм яңы "челлендж" башлайым! Был сарала бергәләп мәҙәни байлығыбыҙҙы социаль селтәрҙәрҙә танытыу һәм уның ысын матурлығын күрһәтеү өсөн яҡшы мөмкинлек. Үҙегеҙ теләгән телдә, оҡшаған өҙөктө алып, эпосты уҡый алаһығыҙ. Ҡатнашыу шарттары ябай: 1. «Урал батыр» эпосынан өҙөк уҡып, ҡыҫҡа видео яҙҙырығыҙ. 2. Уны ВК-лағы үҙ аккаунтығыҙға #УралБатырХәтирәһе хэштегы менән урынлаштырығыҙ. 3."Челлендж"ды артабан өс кешегә тапшырығыҙ. Мин башлайым һәм "челлендж"ды ебәрәм: 🤝 Эльвира Аиткулова Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡоловаға — РФ Дәүләт Думаһы депутатына; 🤝 Rinat Gulyayev Ринат Амир улы Гуляевҡа — Үзбәкстан Республикаһындағы Зәки Вәлиди исемендәге Башҡорт мәҙәниәте үҙәге рәйесенә; 🤝 Ринат Рамазанов Ринат Заһир улы Рамаҙановҡа — Башҡортостандың халыҡ артисына, «Ay Yola» төркөмө солисына; 🤝 Азамат Юлдашбаев Азамат Рәмил улы Юлдашбаевҡа — башҡорт шағиры, әҙәби тәнҡитсе һәм журналисҡа. Ҡушылығыҙ һәм видеоларығыҙ менән уртаҡлашығыҙ! 👇 #УралБатыр #УралБатырХәтирәһе P. S. «челендж» һүҙе башҡортса нисек була?