Канал2025 - МАОУ "Гимназия №3 имени Джалиля Киекбаева", г. Стерлитамак.
Образование · 8 июня 2026 г.
📜8 июнь Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә. — 8 июня 2026 г. в 11:51:57.156
📜8 июнь Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә. 📜2025 йылда Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған был байрам башҡорт фольклорының иң билдәле, халыҡ хәтеренең ысын хазинаһының береһе "Урал батыр" эпосына арнала. 📜Урал батыр" - ул тарих ҡына түгел, ә милли мираҫтың фундаменталь өлөшө, башҡорт халҡының идеалдарын, ҡиммәттәрен һәм рухын кәүҙәләндереү. Быуаттар буйына телдән тапшырылған ул ғәҙеллек, көс, изгелек һәм яҡты киләсәккә өмөт символы булып хеҙмәт итә. Был көндө "Йәйләү" лагерына йөрөгән балалар Урал батыр тураһында күп мәғлүмәттәр алдылар, батырыбыҙ тураһында әкиәт ҡаранылар, Абдулҡадир Инан исемендәге китапханаһында " Урал батыр эҙҙәре" исемле викторина ла ҡатышып ҡайттылар. Һомай 🦢 - "Урал батыр" эпосында ҡоштар батшаһы Самрау👑 менән күк гүзәле Ҡояштың☀ аҡкош ҡиәфәтенә ингән ҡыҙҙары. Һомай - тоғролоҡ һәм матурлыҡ символы булған ҡош һынын эшләп был матур көндө тамамланыҡ.

