💫💫Бөгөн Ҡариҙел ауылында август кәңәшмәһе сиктәрендә район методик берекмәләренең улт... — 25 августа 2026 г. в 13:02:35.878
💫💫Бөгөн Ҡариҙел ауылында август кәңәшмәһе сиктәрендә район методик берекмәләренең ултырышы үтте. Мәктәптәрҙең бөтә уҡытыусылары район үҙәгенең 1-се һанлы Ҡариҙел мәктәбенә йыйылышты. 💫Август педагогик кәңәшмәһенең беренсе өлөшөнөң башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе ултырышында «Ҡариҙел» район гәзите редакцияһы журналистары, туған тел уҡытыусылары, район мәғәриф бүлеге белгестәре һәм Унлар башҡорттары йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ҡатнашты. 💫Сараның тәүге өлөшөндә район методик берекмәһе етәксеһе Зөлфинә Ваяс ҡыҙы көн тәртибе менән таныштырып, 2025-2026-сы уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының йыллыҡ эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһаны.

